+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
18 Сентябрь 2021, 13:50

Стэнли кубогы - Өфөлә!

Был көндө беҙ бер йыл буйы көттөк.

Стэнли кубогы - Өфөлә!
Стэнли кубогы - Өфөлә!

Былтыр пандемия арҡаһында яҡташыбыҙ, «Тампа-Бэй Лайтнинг» хоккей клубы ҡапҡасыһы, донъя чемпионы, ике тапҡыр рәттән Стэнли кубогын яулаусы Андрей Василевский хыялын тормошҡа ашыра алмағайны. Ә быйыл 10 сентябрҙә, ниһайәт, Өфө, Башҡортостан көйәрмәндәре өсөн ҙур байрам яһаны. Үҙе яулаған кубокты һәм Конн Смайт Трофи призын баш ҡалабыҙға алып ҡайтып күрһәтте!
Донъяның иң яҡшы ҡапҡасыһы булып танылған Андрей Василевский Өфөгә килеп төшкәс, иң тәүҙә Салауат Юлаев һәйкәле янында туҡталды. Бер ҙә осраҡлы түгел, милли батырыбыҙ исемен йөрөткән клуб тәрбиәләнеүсеһе бит! Ул республикабыҙҙың иң матур, иң иҫтәлекле урынында бүләге, үҙен һырып алған халыҡ менән фотоға төштө. Көйәрмәндәргә автограф таратты, ихлас аралашты.
Әйткәндәй, кубокты ҡала буйлап та йөрөттө, Спорт һарайында булды, йәш хоккейсылар менән осрашты. Аҙаҡ инде данлыҡлы яҡташыбыҙҙың трофейы «Өфө-Арена»ла урын алды. Унда Стэнли кубогын күрер һәм эргәһендә Андрей Василевский менән иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн оҙон сират һуҙылды.
Тағы бер һөйөнөслө хәбәр! Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында беҙҙең «Ағиҙел» командаһы өсөнсө тапҡыр иң-иңе булып танылды. Финалда Ҡытайҙың «КРС Ванке Рэйз» клубын еңеп, кубок яуланылар! Ҡотлайбыҙ!
Шуныһы ла ҡыуандыра: «Салауат Юлаев» та быйылғы хоккей миҙгелендә һынатмай. Биш уйында биш еңеү яулап өлгөрҙө! «Өфө-Арена»ла һуңғы ике осрашыуында «Спартак»ты (Мәскәү) – 2:1, ә «Нефтехимик»ты (Түбәнге Кама) 5:1 иҫәбенә отоп ҡайтарҙы. Кисә юлаевсылар үҙ боҙонда «Куньлунь Ред Стар» (Ҡытай) менән уйнаһа, иртәгә «Динамо» (Минск) менән алыш буласаҡ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: