+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
22 Октябрь 2021, 11:25

Ике лидерҙы ла ҡыйраттыҡ

«Салауат Юлаев» быйылғы хоккей миҙгелен матур ғына башлап, күп мәрәйҙәр йыйып өлгөрҙө.

Ике лидерҙы ла ҡыйраттыҡ
Ике лидерҙы ла ҡыйраттыҡ

Тик бына үҙ боҙонда СКА-ға, «Аҡ Барс»ҡа, ә Екатеринбургта «Автомобилист»ан 3:4 иҫәбенә отолғас, көйәрмәндәр аптырашта ҡалғайны. Хәлдәре бөттөмө икән? Уңыштары ваҡытлыса ғына булдымы? Етмәһә, төп уйынсыларыбыҙ Динар Хафизуллин, Родион Әмиров һәм Виктор Тихоновтар йәрәхәт алып ҡуй­ғайны...
Беҙҙең хоккейсыларҙы шундай саҡта ике ҙур һынау көтә ине. Магнитогорски­ҙа – 14 уйында еңелеү белмәгән «Металлург», ә Силәбелә быйыл көслө хоккейсылар йыйған «Трактор» менән. Юғалып ҡалманы юлаев­сылар. Был ике команданы ла ҡыйратып ҡайтып киттеләр. «Магниттар»ҙы 5:2 иҫәбенә еңһәләр, голдарҙы беҙҙекеләрҙән Сергей Шмелёв, Пётр Хохряков, Филип Ларсен, Александр Кадейкин һәм Теему Хартикайнен индерҙе. Ә «Трактор»сылар бөтөнләй ҡаршылыҡ күрһәтә алманы, уларҙы 6:1 иҫәбенә оттоҡ. Был уйында көйәрмәндәрҙе Данил Башкиров һоҡландырҙы, үҫә йәш егетебеҙ! Тәүге гол да – уның иҫәбендә, ҡалғандарын Григорий Панин, Павел Коледов, Сакари Маннинен (2) һәм Николай Кулёмин индерҙе.
Ике лидерҙы еңдек. Тырышһаҡ, булдырабыҙ икән дә!
Кисә юлаевсылар Мәскәүҙә ЦСКА менән алышты. Унан инде беҙҙе Өфөлә 24 октябрҙә «Локомотив» (Ярославль), ә 26-һында «Северсталь» (Череповец) менән уйын көтә.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: