Беҙҙең хоккейсылар 3:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Был матч шуныһы менән айырыла: унда «Мишкопад» хәйриә акцияһы ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, 2 миллион 667 мең һум аҡса йыйылды. Ул ҡаты сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк. Акцияла меценаттар, республиканың күп ойошмалары ҡатнашты. Уйын алдынан көйәрмәндәр һатып алған йомшаҡ уйынсыҡтарҙы матч аҙағында боҙға ырғыттылар. Улар балаларға тапшырыласаҡ.
Яңы йыл алдынан «Салауат Юлаев» командаһы үҙенең еңеүе һәм «Мишкопад» акцияһы менән барыһына ла матур бүләк эшләне.
Валерий Шахов фотоһы: www.bashinform.ru