Алып барыусы, «Өфө-Арена»ның дикторы Денис Хәсәнов уны уйын рәүешендә алып барҙы. Был дәрестә «Салауат Юлаев» командаһынан һөжүм итеүселәр Джош Хо-Сэнг, Данил Аймырҙин, ҡапҡа һаҡсыһы Ярослав Мозговой ҡатнашты. Улар уҡыусыларға хоккей тураһында һөйләне, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ КХЛ тураһында фильм күрһәтелде.
Ә талисмандар Батыр, Юлай һәм Салауат залға килеп инеү менән балалар сыр-сыу килде. Һәр береһе улар менән күрешеп ҡалырға тырышты. «Салауат Юлаев» балалар спорт мәктәбенең йәш тәрбиәнеүсеһе, 6 йәшлек Егор Рябушкинды ла уҡыусылар дәррәү алҡыштарға күмде. Ул хоккей экипировкаһы менән таныштырҙы.
12-се лицейҙа белем алыусылар үҙҙәрен көйәрмән булараҡ та һынаны, хоккей тураһында белемдәрен дә күрһәтте. Дәрестән шат, ҡәнәғәт йөҙ менән таралыштылар.
Әйткәндәй, иртәгә, 1 февралдә, «Салауат Юлаев» Түбәнге Новгородта «Торпедо» менән уйнаясаҡ.
Фото: vk.com