+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
6 Сентябрь 2023, 13:30

Уйындар башланды

Ниһайәт, һағындырып көткән хоккей миҙ­геле лә башланды. Беҙҙең яратҡан «Салауат Юлаев» командаһы тәүге уйындарын ситтә үткәрҙе. 2 сентябрҙә Астанала «Барыс» менән иҫәп – 3:2, ә 4-ендә Екатеринбургта «Автомобилист» менән 1:2 булды. Бөгөн яҡташтарыбыҙ Тольяттиҙа «Лада» менән алыша.

Уйындар башланды
Уйындар башланды

Үҙ боҙобоҙҙа тәүге уйын 11 сентябрҙә буласаҡ. Өфөгә көслөләрҙән-көслө «Металлург» (Магнитогорск) киләсәк.
Командабыҙҙа ниндәй үҙгәрештәр бармы? Александр Кадейкин, Шакир Мөхәмәҙуллин, Данил Ай­мыр­ҙин, Райан Мёрфи кеүек хоккей­сыларыбыҙ хәҙер беҙҙә уйнамаясаҡ. Ярай әле Американан килгән Александр Хмелевски бер ҡайҙа ла китмәне, тип ҡыуана көйәрмәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы йәш хоккейсыбыҙ Родион Әмировты мәңгелеккә юғалттыҡ. Уға ҙур өмөт бағлай инек. Үҙен НХЛ-да «Торонто» клубында ла көтәләр ине... Ҡур­ҡыныс ауырыуҙы еңә алманы шул...
Юлаевсылар быйылғы хоккей миҙгеленә әллә ни көслө уйынсылар саҡыра алманы. Улар сафын ҡапҡасы Александр Самонов, һаҡсылар Алексей Василевский, Динар Хафизуллин, Семён Луговяк, һөжүм итеүселәр Александр Шаров, Матвей Гуськов, Вячеслав Лещенко, Владислав Ефремов, Даниил Огирчук тулыландырҙы. Ко­манда­быҙҙа йәштәр күп. Данил Башкиров, Данил Алалыкин, Егор Сучков, Алексей Пусто­зёров, Ярослав Цулыгиндарға ҡапҡасы Семён Вязовой менән һөжүм итеүсе Матвей Бабенко өҫтәлде. Өмөттө аҡлаһын инде улар.
Юлаевсыларға уңыштар теләйек. Һынатмаһындар, көйәрмәндәрҙе һөйөндөрөп кенә торһондар.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Фото: yandex.ru.

Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас: