+13 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
12 Сентябрь 2023, 13:18

Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...

Был көндө көйәрмәндәр көтөп алды. “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда көслөләрҙән-көслө “Металлург” (Магнитогорск) менән алышасаҡ бит!

Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...
Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...

Уйын килеп сыҡманы.  Дөрөҫөрәге, ул күберәген ҡунаҡтар өҫтөнлөгө менән үтте.

– Был хоккей беҙҙеке түгел. Улай тупаҫ хаталар ебәрергә ярамай, бер-береңде аңлап, күреп уйнарға кәрәк, – тине баш тренерыбыҙ Виктор Козлов.

Юлаевсылар “Өфө-Арена”ла быйылғы миҙгелдә тәүге уйынын уҙғарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, отолоуҙан башланды ул. 1:2 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙыҡ. Беҙҙекеләрҙән берҙән-бер голды Вячеслав Лещенко индерҙе.

Әйткәндәй, был көндө “Өфө-Арена”ла яратҡан хоккейсыбыҙ Родион Әмировтың исемен мәңгеләштереү тантанаһы ла булды. Уның 27-се һанлы уйын формаһы боҙ һарайындағы юғары урынға эленеп ҡуйылды. Бигерәк талантлы, өмөтлө хоккейсы ине. Родионға көйәрмәндәрҙе һоҡландырып уйнарға ла уйнарға ине... Тик ни эшләйһең, ауырыуы көслөрәк булып сыҡты.

– Атай, мин төштәр күрәм. Ә унда – боҙ, мин хоккей уйнайым, – тип һөйләгән икән һуңғы көндәрендә Родион атаһына.

Көйәрмәндәр өсөн дә, командабыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу. Быға һаман да ышанғы килмәй. “Металлург” менән уйнағанда ла бына-бына боҙға килеп сығыр кеүек ине. Уның мөләйем йөҙө һаман күҙ алдында...

14 сентябрҙә Өфөгә “Аҡ Барс” (Ҡазан) килә. “Йәшел дерби” көтөлә. Вәт, алыш буласаҡ! Уйынды ҡарарға килегеҙ, Александр Радуловты ла күрерһегеҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Фото: vk.com.

 

 

 

 

 

 

 

 

Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...
Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...
Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...
Күҙ алдында һаман Родион Әмиров...
Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас: