+14 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
21 Сентябрь 2023, 11:53

Канаданан Джошуа Ливо килә

“Салауат Юлаев” үҙ боҙонда дүрт уйын үткәреп өлгөрҙө. “Металлург” (Магнитогорск), “Аҡ Барс” (Ҡазан), “Торпедо” (Түбәнге Новгород)... Береһенән-береһе көслө дәғүәселәр менән алышты. Был уйындарҙы көйәрмәндәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ҡаршы тора алырмы икән командабыҙ?

Канаданан Джошуа Ливо килә
Канаданан Джошуа Ливо килә

Бер ҙә баҙап ҡалманы хоккейсыларыбыҙ. Тәүге осрашыуҙа “Металлург”тан отолһалар ҙа, “Аҡ Барс” менән “Торпедо”ны еңеп ҡайтарҙылар. Был уйындарҙа бигерәк тә ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов һоҡландырҙы. Командабыҙға уның килеүе яҡшыға булған икән. Күп тапҡырҙар оҫталыҡ күрһәтеп, ҡапҡаһын биктә тота алды.

Ҡазандар менән алышта йәнә һөжүмсебеҙ Вячеслав Лещенко ла маҡтауға лайыҡ булды. Ә был уйында шулай ҙа иң хәл иткес голды Иван Дроздов индерҙе, 3:2 иҫәбенә еңеүгә ирештек.

“Торпедо” менән осрашыу ҙа юлаевсылар өсөн ауыр барҙы. Ҡунаҡтарҙың өҫтөнлөгө менән үтте уйын. Әммә беҙҙекеләр ныҡ торҙо, бирешмәне. 60 минут буйы иҫәп 0:0 булды. Ә өҫтәмә ваҡытта әлеге лә баяғы Вячеслав Лещенко хәл иткес гол индереп, командабыҙ еңеү кисерҙе – 1:0.

20 сентябрҙә “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Нефтехимик” (Түбәнге Кама) менән уйнаны. Был юлы ла уңышҡа ирештеләр – 4:2. Шуныһы һөйөнөслө булды: командабыҙҙан 17 йәшлек Матвей Бабенко менән 21 йәшлек Александр Комаров КХЛ-да тәүге голдарын индерҙе. Ҡотлайбыҙ! Улар өсөн ҡыуанабыҙ!

Иртәгә яҡташтарыбыҙ Өфөлә “Автомобилист” (Екатеринбург) менән һынау тота. Унан инде 24 сентябрҙә Ҡазанда “Йәшел дерби” буласаҡ.

Көйәрмәндәр өсөн һөйөнөслө хәбәр! “Салауат Юлаев” Канаданан Джошуа Ливо менән килешеү төҙөнө. Көслө генә һөжүм итеүсе, тип маҡтайҙар үҙен. Быныһын инде уйын күрһәтер, уға уңыштар теләйек.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Фото: vk.com.

Канаданан Джошуа Ливо килә
Канаданан Джошуа Ливо килә
Канаданан Джошуа Ливо килә
Канаданан Джошуа Ливо килә
Канаданан Джошуа Ливо килә
Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас: