+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Хоккей
27 Сентября 2023, 11:00

Миллионерҙар боҙға сыға

Беҙҙең яратҡан “Салауат Юлаев” хоккейсыларының да эш хаҡы билдәле булды. Һөжүм итеүсебеҙ Александр Шаров иң ҡиммәтле уйынсы икән дә. Ул быйылғы миҙгелдә 65 миллион һум аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миллионерҙар боҙға сығаМиллионерҙар боҙға сыға
Миллионерҙар боҙға сыға

Икенсе урында – һаҡсы Михаил Науменков (60 миллион), ә өсөнсө урынды һөжүм итеүсе Александр Хмелевски (57) килә. Әйткәндәй, командабыҙҙа тик миллионерҙар ғына уйнай. Мәҫәлән: Джош Ливо – 55, Сергей Шмелёв – 45, Динар Хафизуллин – 42, Алексей Василевский – 40, Павел Коледов – 35, Вячеслав Лещенко – 35, Александр Самонов – 35, шулай уҡ капитаныбыҙ Григорий Панин йылына 35 миллион һум аҡса эшләйәсәк.

Ә иң аҙ эш хаҡын 19 йәшлек Ярослав Цулыгин ала икән. Уның контракты бер миллионға ғына төҙөлгән.

Быға аптырамағыҙ. “Аҡ Барс”та, СКА-ла, ЦСКА-ла, “Авангард”та юлаевсыларҙан күпкә байыраҡ хоккейсылар бар. Александр Радулов, Вадим Щипачёв, Владимир Ткачёв, Рид Буше, Никита Михайлис, Дмитрий Яшкин… Беҙҙең Александр Шаров 35-се урынды ғына биләй.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас