Баш тренер Виктор Козлов матч алдынан уҡ, “Адмирал”ды (Владивосток ҡалаһы) еңергә кәрәк, тигәйне лә ул... Тәүҙә, ысынлап та, уйын беҙҙең өсөн ыңғай ғына барҙы. Иҫәпте Александр Шаров асты. Икенсе периодты тигеҙ иҫәп менән тамамланыҡ. Өсөнсөһө иң көсөргәнешлеһе булды тиер инем, күрәһеләр алда булған икән! Овертайм бер ниндәй ҙә һөҙөмтә килтермәгәс, буллиттар серияһы башланды. 8 мең 422 тамашасы йыйылған арена тын да алмай күҙәтте. Беҙҙекеләрҙән Николай Кулёмин – 1, ҡаршы команданан Александр Горшков 1 гол керетте һәм... хәл иткес шайба – Даниил Гутик иҫәбендә. Салауат Юлаев:Адмирал – 1:2.
Уйын барышында фойела йомшаҡ уйынсыҡтар һатылды, осрашыу аҙағында көйәрмәндәр уларҙы боҙға ырғытты. Һатыуҙан килгән бар аҡса әле ике йәше лә тулмаған Әҙилә Йосопованы дауалауға тотоноласаҡ. Ҡыҙсыҡта лейкоз сире асыҡланған. Көйәрмәндәр һәм бағыусылар ярҙамында акция быйыл рекордлы сумма йыйҙы – 4 миллион 710 мең һум! Аҡса Әҙиләне генә түгел, ә тағы бер нисә баланы дауалауға етәсәк, Алла бирһә! Уйынсыҡтарҙы иһә күп балалы ғаиләләргә тапшырасаҡтар. Изгелек йолаһы 2015 йылдан бирле уҙғарылып килә.
Әйткәндәй, “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһында өсөнсө урынды биләй.