+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Хоккей
15 Февраля 2024, 11:00

Һәр матч иҫәбен дәфтәргә теркәп бара!

“Салауат Юлаев” командаһы капитаны көйәрмәненең өйөнә барған.

Һәр матч иҫәбен дәфтәргә теркәп бара!Һәр матч иҫәбен дәфтәргә теркәп бара!
Һәр матч иҫәбен дәфтәргә теркәп бара!

Светлана инәйгә – 78 йәш. 2016 йылдан бирле бер хоккей матчын да ҡалдырмай телевизорҙан ҡарай икән. Балалары һәм ейән-йәнсәрҙәре уйынға “Өфө-Арена”ға барырға тәҡдим итһә лә, инәй риза түгел – өйҙән күҙәтергә күнеккән.

Григорий Панин оло йәштәге көйәрмәне тураһында белеп ҡала һәм уны күрергә бара. Света өләсәй өсөн был, әлбиттә, көтөлмәгән хәл була – аптырап, шатланып илап ебәрә. Һуңынан бергәләп сәй эсәләр. Светлана инәй ҡунаҡҡа хоккей иҫәптәрен теркәп барған дәфтәрен дә күрһәтә. Григорий уны хоккейға саҡырып ҡайтып киткән.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас