+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
2 Май , 14:57

Тренерҙар штабында үҙгәрештәр бар

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы етәкселеге үҙгәрештәр кисерә.

Тренерҙар штабында үҙгәрештәр бар
Тренерҙар штабында үҙгәрештәр бар

Баш тренер булып Виктор Козлов ҡала. Уның штабына тағы ла дүрт белгес инә.

Һаҡсылар менән эшләү һәм аҙсылыҡта уйнау өсөн йәнә Николай Цулыгин яуаплы, ул клуб менән контрактты оҙайтты.

Яңы етәкселәрҙең береһе – Владимир Потапов. Быға тиклем ул “Толпар” йәштәр командаһын етәкләй ине.

Ҡапҡасылар менән эшләү өсөн Дмитрий Мезенцев яуап бирәсәк. Йәш һәм перспективалы белгес элек “Югра” системаһында эшләгән.

Шулай уҡ тренерҙар штабын Евгений Бирюков тулыландырҙы. Ул карьераһын тамамлап, хәҙер инде баш тренерға ярҙам итергә әҙер.

Ә 2022 йылдың йәйенән Өфөлә эшләгән физик әҙерлек буйынса тренер Адриан Вольво менән контракт тағы оҙайтылды.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: