+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
4 Июнь , 22:08

Радулов “Аҡ Барс”тан китә

Һөжүмсе 2008 – 2012 йылдарҙа үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы өсөн уйнағайны. 2011 йылда Гагарин кубогын яулағанда Александр иң файҙалы уйынсы тип табылды. Ә иң шәп голын иҫләйһегеҙме?

Радулов “Аҡ Барс”тан китә
Радулов “Аҡ Барс”тан китә

2010 йылда “Югра” менән уйнағанда алтынсы секундта уҡ шайба индергәйне. 2017 йылғаса был Рәсәй хоккейы тарихында иң шәп индерелгән гол булып торҙо.

Бына хәҙер Александр Радулов “Аҡ Барс”тан да китергә булған икән. Унда ике йыл уйнаны. Ҡайҙа барыр артабан? “Динамо” йә “Спартак”ка китер, тип күҙаллайҙар.

ФОТО: yandex.ru.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: