Өфөгә көслө командалар килгәйне. Хәтерегеҙҙә булһа, уҙған миҙгелдә беҙҙекеләр плей-оффта «Трактор»ҙан еңелеп ҡуйғайны.
«Йәшел дерби» – ике республика көйәрмәндәренең дә көтөп алған уйыны. Билеттар әллә ҡасандан һатылып бөтә. Хатта хоккейҙан алыҫ торған кешеләр ҙә тап ошо ике команда алышы менән ҡыҙыҡһыналыр ул. «Салауат Юлаев»мы, «Аҡ Барс»мы?
Осрашыу беҙҙең өсөн уңышлы булды. Уйын 5:3 иҫәбе менән тамамланды. Голдарҙы Глеб Кузьмин, Нейтан Тодд, Ярослав Цулыгин, Александр Хмелевский һәм Шелдон Ремпал индерҙе. Хоккей белгесе һәм комментатор Артём Батрак:
– Матч ҡыҙыҡ үтте. Айырыуса беренсе осорҙо тын да алмай ҡараусылар күп булғандыр. «Аҡ Барс»тың беренсе звеноһы ғына яҡшы уйнаны, тип уйлайым. Ә бына юлаевсыларға килгәндә, ҡаршы яҡ командаларҙан ошондай фекер ишеткәнем бар – улар боҙҙа күп кеүек: һәр мөйөштә, ҡапыл ни эшләргә лә белеп булмай. Яҡшы физик әҙерлек тә еңергә ярҙам итә. Был юлы Цулыгин, Нәбиев һәм Сучков оҫта уйнаны, – тине.
«Трактор» менән осрашыу ҙа беҙҙең өсөн яҡшы тамамланды. Уйын барышында Джошуа Ливо бер гол индерҙе. Ул иҫәпте тигеҙләне – 1:1. Овертаймда еңеүсе билдәләнмәгәс, буллиттар серияһы башланды. Ура, хәл иткес гол авторы – йәнә Джошуа!
Өсөнсө уйында «Автомобилист» клубын да (Екатеринбург) еңеп ҡайтарҙыҡ – 5:3. Александр Шаров ике гол индерҙе, ә Шелдон Ремпал иң яҡшы уйынсы булып танылды.