Резервтағы йәш хоккейсылар менән бергә тәүге уйынға яңы капитан Глеб Кузьмин сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул умыртҡа һөйәге зарарланыуы арҡаһында оҙаҡ ваҡыт уйнамағайны.
Арена тулы ине. Уйын ҡыҙыу барҙы. Беҙҙекеләрҙән Александр Чёрный һәм Александра Комаров гол индерҙе, ҡаршы яҡ та бирешмәне. Тигеҙ иҫәп менән овертаймға сыҡҡас, ҡунаҡтар етеҙлеген күрһәтте. Һөҙөмтәлә еңелдек.
Бөгөн уйын биштә башлана. Боҙға тәжрибәле хоккейсыларыбыҙ сыға. Еңеүгә өмөт бар!