39 йәшлек уйынсы – «Салауат Юлаев»та иң олоһо. Быға тиклем «Лада», «Аҡ Барс» һәм ЦСКА өсөн дә сығыш яһаны. Беҙҙең клубта инде 2017 йылдан бирле. Килешеүе 2026 йылдың йәйенә тиклем төҙөлгән. Йәштәргә юл бирергә кәрәк, ти Григорий Панин. Тренер булып та ҡалғыһы килмәй – ваҡытын ғаиләһенә бағышламаҡсы.