-5 °С
Ясно
VKOKМакс
Хоккей
31 Октября 2025, 07:06

Ура, Ремпал беҙгә ҡайтты!

Буласаҡ хоккейсы Канаданың Калгари ҡалаһында тыу­ған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ура, Ремпал беҙгә ҡайтты!Ура, Ремпал беҙгә ҡайтты!
Ура, Ремпал беҙгә ҡайтты!

«Салауат Юлаев» клубы һөжүмсе Шелдон Ремпалдың беҙгә кире ҡайтыуы хаҡында хәбәр итте. 30 йәшлек хоккейсы миҙгел башынан «Вашингтон Кэпиталз» составында 4 кенә уйын уҙғарып өлгөрҙө. Хәҙер беҙҙең команда менән килешеүен яңыртҡан. Уның боҙға 5 ноябрь сығыуы көтөлә. 
Үткән миҙгелдә Ремпал көйәрмәндәр хәтерендә яҡшы яҡтан ғына уйылып ҡалды. Даими чемпионатта 68 уйында 61 мәрәй йыйҙы, ә плей-оффта 19 матчта 21 гол индерҙе. Ошо рәүешле ул иң мәргән уйынсылар исемлегендә 4-се баҫҡысҡа күтәрелеүгә өлгәште. Гагарин кубогы өсөн көрәштә иң яҡшы күрһәткес тә – Шелдондыҡы.
Буласаҡ хоккейсы Канаданың Калгари ҡалаһында тыу­ған. «Лос-Анджелес Кингз», «Каролина Харрикейнз», «Ванкувер Кэнакс», «Вегас Голден Найтс» командалары өсөн уйнаған. Быйыл да ул юлаевсылар составында үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтер, тип ышанабыҙ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас