+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
30 Ноябрь 2018, 15:57

Китапханаға – ғаилә менән!

Был донъяла бөтә һө­нәр ҙә кәрәкле. Табиптар кешеләрҙе дауалай, уҡы­тыу­сы белем бирә, ашнаҡсы тәмле аштар бешерә. Китапхана – китаптар һаҡлай тор­ған урын, ә китапханасы китап биреү, алыу менән генә шө­ғөлләнә, тип яңылыш уйлаусылар ҙа бар. Беҙ­ҙең 47-се моделле балалар китапханаһы – үҙе бер мөғжизә донъяһы! Ниндәй генә саралар, уйындар, күргәҙмәләр ойошторолмай?!

Яңыраҡ «Ғаилә бәхете» исемле байрам үткәр­ҙек. Иң яҡын дуҫтарыбыҙ – китап уҡыусыларҙы саҡыр­ҙыҡ. Улар ғаиләләре менән бер нисә йыл инде беҙҙең китапхананың хөрмәтле ҡунаҡтары.

Байрам төрлө күңел­ле уйындарҙан, кон­курс­тар­ҙан торҙо. Ата-әсә­ләр балалары менән бергә ребустар систе, төрлө әкиәт­тәрҙе, ғаилә тура­һындағы мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, үҙҙәре лә ши­ғыр­ҙар ижад итте. Иң ҡы­ҙығы музыкаль конкурс бул­ды. Әҙәби, әкиәт геройҙарының йырҙарын бер-ике һөйләмдән танып белделәр, ҡайһы берҙәре ҡушылып йырлап та ултырҙы.

Күңелле сара аҙағында ҡунаҡтарыбыҙға ғаилә гербтарының һүрәттәрен төшөрөргә йөкмәтелгәйне. Һәр кем был ижади эшкә ихласлап тотондо. Ситтән ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес ине.

Шулай һәр ғаиләнең үҙ гербы барлыҡҡа килде. Уларҙың бөтәһенән дә яҡтылыҡ, йылылыҡ, мөхәббәт бөркөлөп тора ине.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: