+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
30 Август 2019, 12:34

Тылсымлы кино донъяһында

Баш ҡалабыҙҙың 42-се моделле ба­лалар китапханаһы ла йыл да уҙға­рыл­ған «Кино төнө – 2019» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Уның программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ине. Йәш тамашасыларҙы «Тылсымлы кино донъяһы» тигән китап күргәҙмәһе ҡаршы алһа, «Синема» фото биләмәһе иҫтәлеккә фото төшөргә саҡырҙы. «Китап+кино» уйын программаһында ҡыҙҙар, малайҙар ошо сәнғәт донъяһының тарихы менән танышты. Яңы ғына фильм төшөрөүҙән ҡайтҡан Мәскәй әбей билдәле балалар китаптары буйынса «йәнһүрәт фейервергы» һәм музыкаль викторина үткәрҙе. Акцияға килеүсе­ләр әкиәт геройҙары роленә кастингта үҙҙәрен һынап, ҙур булмаған спектаклдәр күрһәтеп ҡараны. «Эләгерһең әле!» йәнһүрәтендәге Ҡуян­ды һүрәтләү бу­йынса оҫталыҡ дәресе лә ойошто­ролдо. Йәйге видеосалонда балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә «Ералаш» киножурналының яңы сығарылыштарын һәм «Джингиликтар» йәнһүрәтенең һуңғы серияларын ҡарап кинәнде.

Иң һуңында барлыҡ ҡатнашыу­сы­лар ҙа тәмле попкорн менән һыйланды.
Читайте нас: