Дүртөйлө үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Елена Владиславовна Хәлиуллина әйтеүенсә, яңы быуын китапханаһында эштәр апрель башында уҡ башланған. Төп маҡсат – уны яңыртыу, китап уҡыусылар һанын арттырыу. Әлеге көндә Әсән мәҙәниәт йортонда урынлашҡан ауыл китапханаһында капиталь ремонт алып барыла. Уның яңы дизайны китап уҡыусыларҙы таң ҡалдырасаҡ. Бина балалар, төркөмдәр менән эшләү, яңы китаптар һәм ваҡытлы матбуғат, компьютерҙа эшләү урыны, дивандар менән relaх зоналарына бүленә. Төркөмдәр менән эшләү урынында ҙур булмаған семинарҙар, олимпиадалар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ өҫтәл уйындары үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Шуны ла билдәләп үтмәй булмай, Әсән ауылы донъябыҙға бөйөк шағир, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Шәйхзада Бабичты ла биргән. Тимәк, моделле ауыл китапханаһы яҡташтары менән бәйле төрлө мауыҡтырғыс проекттарҙы ла тормошҡа ашыра ала.