+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
30 Апрель 2020, 10:59

"Китапхана төнө"н матур үткәрҙек

«Беҙҙең Еңеүҙең хәтере» тигән девиз менән онлайн рәүештә үткән «Китапхана төнө – 2020» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаштыҡ.

Ул һуғыш тураһында шиғыр уҡыу флешмобы менән асылды. Шиғриәт һөйөүселәр үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, видеояҙмаларын «Бәйләнештә» селтәренә хэштектар менән һалды.

Был акцияға ҡушылып, китап уҡыусыбыҙ Серёжа Васильев тыл ветераны булған ҡарт өләсәһе хаҡында презентацияһын әҙерләгәйне. «Һуғыш тураһында нимә беләһең?» онлайн-викторинаһы ла үткәрелде. Ә «Башҡортостан бөркөттәре» презентацияһы ҡаһарман осоусыларға арнал­ғайны.

Оҫталыҡ дәрестәрен ҡараусылар открытка һәм китапҡа билдә эшләргә лә өйрәнде. Бөтә ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар ебәрелде, ә карантин тамамланғас, иң әүҙемдәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.


Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: