+12 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
5 Июнь 2020, 13:53
Балаларға йылмайыу бүләк иттек
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә беҙ йыл һайын малайҙар һәм ҡыҙҙарға байрам ойошторабыҙ.
Был юлы хеҙмәткәрҙәребеҙ «Балаларға йылмайыу бүләк итәбеҙ» акцияһы менән урамдарға сыҡты. Улар бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, кескәйҙәргә төрлө төҫтәге шарҙар бүләк итте, 2 июндән асыласаҡ китапханаға китап уҡырға саҡырҙы. Битлектәрҙән йылмайыу күренмәгәнлектән, улар шарҙарға төшөрөлгәйне.
Ирина ЗИННӘТУЛЛИНА, 7-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в