-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кескәйҙәр менән әҙәби сәйәхәт

Беҙҙең китапханала бөйөк урыҫ яҙыусыһы Александр Пушкинға һәм уның тыуған көнөнә арнап «Лукоморье иленә әҙәби сәйәхәт» ойошторолдо. Ул онлайн рәүештә 1-се һәм 44-се балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, китап һөйөүселәр ҡатнашлығында уҙҙы.

Виртуаль сәйәхәт барышында балалар Александр Пушкиндың тылсымлы әкиәттәр донъяһына башкөллө сумды, әҫәрҙәренән өҙөктәр тыңланы, йомаҡтар һәм ребустар систе, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Лукоморье иленең билдәһеҙ һуҡмаҡтары буйлап кескәй ҡунаҡтарҙы Уҡымышлы Бесәй оҙатып йөрөп, яратҡан шағирыбыҙҙың ижады һәм тормошо тураһында һөйләне, әкиәт персонаждары менән таныштырҙы.

44-се балалар баҡсаһынан Маша Егорова, Лев Зверев, Олеся Семёнова бик тасуири итеп әкиәт­тәрҙән өҙөктәр уҡыны, ә Саша Чугреева, Вика Захарченко, Савелий Губадеев, Катя Супряга, Амелия Яппарова барыбыҙҙы ла «Пушкин урманында» тигән темаға төшөрөлгән матур рәсемдәре менән һөйөндөрҙө. 1-се балалар баҡсаһынан Камил Ғибәҙәтов, Элиза Әхмәтйәнова, Камил Алтынбаев, Мәликә Кәримова ата-әсәләре менән берлектә үҙҙәрен Александр Пушкиндың ижадын яҡшы белеүселәр итеп танытты. Уҡымышлы Бе­сәйҙең сетерекле һорауҙарына теүәл яуап бирҙе улар.

Китапхана менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек иткән өсөн айырыуса ҙур рәхмәтебеҙҙе 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәзилә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы Назырбаеваға еткергебеҙ килә. Ойошторолған сарабыҙ «Минең яратҡан әкиәт геройым» тип аталған балалар һүрәттәре конкурсын иғлан итеү менән тамамланды.


Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге моделле китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.

Читайте нас в