Ил төбәктәре араһында ойошторолған һайлап алыу конкурсына беҙҙең республиканан 8 ғариза ебәрелгән. Шуларҙың өсәүһен Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы хуплаған. Улар — Күгәрсен районындағы үҙәк район, Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаштағы ауыл, Стәрлетамаҡ районы Наумовкалағы 35-се ауыл китапханалары.
Республикабыҙҙа моделле китапханалар булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум бүленәсәк. Был сумма муниципаль китапханаларҙың эшмәкәрлеген яңыртыу, уларҙа нәтижәле идаралыҡ итеү моделен индереү өсөн тотоноласаҡ.