+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
28 Август 2020, 14:51

Тыуған көнөн билдәләнек

Саф һауала йәш китап уҡыусылар менән яҙыусы, драматург, тәржемәсе Михаил Зощенконың тыуған көнөн билдәләнек.

Күргәҙмәгә уның мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән китаптарын ҡуйҙыҡ. Балалар күренекле әҙиптең биографияһы һәм әҫәрҙәре буйынса викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. «Аҡыллы хайуандар» хикәйәләр циклынан өҙөктәрҙе ҡысҡырып уҡығас, ҡыҙҙар, малайҙар төрлө ҡағыҙҙарҙан оригами ысулында йорт хайуандарын эшләргә тотондо.

Регина ЧУМАКОВА, 42-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: