-13 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
4 Сентябрь 2020, 11:17
Китапханаға каникул булманы
Йәйге каникулда ла беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән әүҙем эшләне, социаль селтәрҙәрҙә, үҙебеҙҙең уҡыу залында, бөтә һаҡланыу сараларын ҡулланып, төрлө форматтағы саралар ойошторҙоҡ.
Йәш китап уҡыусылар өсөн «Телефон сәләмләүе» көнө айҡанлы «Ябай һүҙ «Алло!» тигән мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Ҡыҙыҡлы булды ул. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар телефондың килеп сығыу тарихы, һөйләшеү ҡоролмаһын уйлап тапҡан Александр Белл һәм ғалим Томас Эдисондың тормош юлы менән танышты, төрлө илдә был сәләмләү һүҙенең нисек әйтелеүен белде.
Алдағы көндәрҙә Белорет районының 90 йыллығына, яҙыусы-шағирҙарҙың юбилейҙарына арналған сараларҙы үткәреү дауам итәсәк әле.
Флүрә ШАКИРОВА,
Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас в