+7 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
25 Сентябрь 2020, 11:20
Сәләмәтлек сәғәте
Китапханабыҙҙа февраль айынан «Сәләмәтлек мөйөшө» эшләп килә. Әлеге көндә бик ныҡ таралған ауырыуҙар тураһында, бигерәк тә пандемияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе стенд аша үҙебеҙҙең китап уҡыусыларыбыҙға еткереп торабыҙ.
Төркөм менән йәки айырым рәүештә балаларҙы бындағы яңылыҡтар, статистика менән таныштырып барабыҙ, кәрәкле дарыуҙар менән тулыландырылған аптечка бар. Кемдер үҙен насарыраҡ һиҙгән осраҡта тиҙ генә температураһын йәки ҡан баҫымын үлсәп алабыҙ. Китапханаға килеүселәр шулай уҡ китаптар, дарыу үләндәренән эшләнгән сәйҙәр, төрлө еләктәрҙең ҡайнатмалары менән таныша. Сәләмәт тормошҡа арналған кисәләр ҙә ошонда уҡ ойошторола.
Яңыраҡ 3-сө мәктәптең II «Б» синыфы өсөн китапхана буйлап экскурсиянан һуң «Сәләмәт булыу – ул бик шәп!» тип аталған сәләмәтлек сәғәтен үткәрҙек. Уның барышында балалар һаулыҡтары менән бәйле күп һорауҙарға яуап тапты, тоҙ һәм шәкәрҙе күп ашарға ярамағанлығын, уларҙы ниндәй йәшелсә, емеш-еләк менән алыштырырға мөмкинлеге тураһында бик күп мәғлүмәт алды, йомаҡтар систе. Яҙыусыларҙың һаулыҡ, таҙалыҡ, бөхтәлек тураһында бик ҡыҙыҡлы шиғырҙары ла уҡылды.
Сара аҙағында балалар сәләмәт булыу өсөн ни эшләргә кәрәклеге тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, яҡындан «Сәләмәтлек мөйөшө» менән танышты.
Флүрә ШАКИРОВА,
Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән