+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
16 Октябрь 2020, 13:21

Акциябыҙ урамдарҙа дауам итте

Беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре Республика көнө уңайынан акция-флешмоб ойошторҙо.


Әлеге сара китапханала башланып, баш ҡала урамдарында дауам итте. Балалар ҡулдарына Баш­ҡорт­остан флагын тотоп, тыуған төйәккә һөйөүҙәрен белдереп, шиғырҙар уҡыны. Урамдарҙа был көндө Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Ҡәҙим Аралбаевтарҙың ижад емештәре яңғыраны. Һәр ҡатнашыусыға байрам тарихы хаҡында буклет таратылды, кескәйҙәр флагтар алып ҡыуанды.

Ирина ЗИННӘТУЛЛИНА,

7-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: