-11 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
13 Ноябрь 2020, 11:31
Исеме бәләкәйҙән таныш
Самуил Маршактың исеме һәр кемгә бәләкәйҙән яҡшы таныш. Уның шиғырҙарын нисәмә быуын уҡып үҫкән.
Күренекле шағирҙың балаларға арналған тәүге китаптары бынан 70 йылдан ашыу элек баҫылып сыҡҡан. Беҙ бала саҡта «Туп», «Багаж», «Турғай ҡайҙа төшкө аш ашаған?» кеүек шиғырҙарын йотлоғоп тыңлай торғайныҡ. Ә уның тәржемәләре һуң! Шекспир, Бёрнс, Стивенсон, Блейк кеүек инглиз авторҙарының әҫәрҙәрен урыҫсаға ауҙарған.
Беҙҙең китапханала Самуил Маршактың тормошо һәм ижады буйынса һөйләшеү-уйын ойошторолдо. Балалар йомаҡтар систе, яҙыусының әҫәрҙәре буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА,38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в