+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
11 Декабрь 2020, 13:51

«Ауырыма иле»нә сәйәхәт

Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә беҙ, ғәҙәттәгесә, Өфөнөң 30-сы һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр өсөн махсус интернат-мәктәбе уҡыусылары янына барҙыҡ. Эпидемиологик сикләүҙәр ваҡытында был хәл нисек, мөмкинме һуң, тип һорарһығыҙ?

Беҙ юлын таптыҡ. Китапханасылар белем усағына онлайн-десант булып килеп төштө лә балаларҙы үҙҙәре менән «Ауырыма иле»нә ҡыҙыҡлы сәйәхәткә алып китте. Уларҙың юлбашсыһы билдәле доктор Айболит ине. Ул ҡыҙҙар һәм малайҙар менән монитор экранынан һөйләште. «Ауырыма иле»нә барып еткәнсе юлсылар «Витаминка», «Спорт» туҡталыштарында һәм «Таҙаҡай» станцияһында туҡтаны. Унда балаларҙы һаулыҡ дәрестәре һәм мауыҡтырғыс эштәр көтә ине.

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле уйындар бөтә башланғыс синыфтарҙа үткәрелде. Балаларға мәғлүмәтте үҙләштереү уңайлы булһын өсөн әкиәт геройының телмәрен субтитрҙар оҙата барҙы.

28-се балалар китапханаһы китапханасылары.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: