+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
11 Декабрь 2020, 14:09

«Өйөрмә түтәйҙә ҡунаҡта» булдылар

Ә беҙҙең 30-сы моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан «Өйөрмә түтәйҙә ҡунаҡта» тигән театрлаштырылған программа әҙерләне. Ул онлайн рәүештә үтте.


Балалар иғтибарына ҡурсаҡ спектакле тәҡдим ителде. Өйөрмә түтәйҙең һарайында әкиәт геройҙары нисек Яңы йылға әҙерләнеүҙәре хаҡында бәхәс ҡорҙо. Ҡыш бабайға хат юлланылар, ҡышҡа бағышланған йомаҡтар әйтештеләр, йырҙар йырланылар, хәрәкәтле уйындар ҙа уйнанылар.

Һуңынан китапханасылар 63-сө махсус интернат-мәктәпкә барып, Өйөрмә түтәйҙең бүләктәрен дә тапшырҙы. Был белем усағы беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә тора, улар өсөн һәр ваҡыт төрлө саралар ойошторабыҙ.

Йыл да Инвалидтар көнөнә арналған шундай йылы осрашыуҙар булып тора.

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: