Китапханасылар Ҡыш бабай, ҡыш, көлдөрөүсе булып, ҡыҙҙар һәм малайҙарға «Ҡышҡы уйындар», «Маҡсатыңа эләк», «Шыршыны йый» кеүек уйындар, конкурстар үткәрҙе. Ата-әсәләр ҙә балаларын ҡеүәтләп, ҡул сабып торҙо. Бергәләп йырҙар башҡарыу ҙа байрам кәйефе өҫтәне.