Китапханала көн дауамында төрлө майҙансыҡтар эшләне. Йәш китап уҡыусылар «Уҡы, хыяллан, уйлап тап!» конструктор бюроһы эшендә ҡатнашты. Бында улар йыһан ракетаһы төҙөп, уға исем уйланы. «Кескәйҙәр өсөн лицей» фәнни-әҙәби майҙансығында ла булып, әкиәт оҫталары һәм китап сығарыусылар хаҡында йыйынтыҡтар менән дә таныштылар. Улар «Уйлап табыусылар ҡалаһы»нда фәнни тәжрибәләр үткәреүҙә лә ихлас ҡатнашты.