-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
29 Ғинуар 2021, 12:01

Тәүге асышын ун ике йәшендә яһаған

Баш ҡалабыҙҙың 47-се моделле балалар китапханаһында «Беҙ – уйлап табыусы» тигән фәнни сара онлайн рәүештә үтте.

Ул Америка дәүләт эшмәкәре, дипломат, ғалим һәм журналист Бен­джамин Франклиндың тыуған көнөнә арналды. Был бөйөк шәхес иң тәүге асышын 12 йәшендә яһаған икән.

Беҙ ойошторған сарала китап уҡыусы ғаиләләр һыу саңғыһы, таяҡсалағы емеш-еләк туңдырмаһы, пластилин, Брайль шрифы һәм башҡа асыш-уйлап табыуҙар тарихы менән презентация аша танышты. Ҡунаҡтар иғтибарына «Фәнгә аҙым артынан аҙым» – энциклопедик баҫма, «Асыш һәм уйланыуҙар», «Иҫ киткес асыш тураһында 365 хикәйә», «Иҫ киткес балалар ғүмере» йыйынтыҡтары тәҡдим ителде. Китап уҡыусылар төрлө интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашты, ғәҙәти булмаған математик мәсьәләләр систе.

Лилиә ФӘТХУЛЛИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: