+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
12 Февраль 2021, 13:13

Башҡорт телен яратып өйрәнәбеҙ

Мәктәбебеҙҙә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүгә арналған саралар ойошторолоп тора.

Был юлы уҡытыусы-китапханасы Зинзилә Миңлейәнова мәктәп фойеһында баш­ҡортса китаптар һәм матбуғат баҫмаларынан торған йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо.

Мәктәп уҡыусылары был сарала ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар китап-журналдар менән ихлас танышты һәм иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Шуныһы мөһим: күргәҙмә кескәй­ҙәр бәләкәйҙән туған телен өйрәнеп, белеп үҫ­һен һәм артабан милли баҫмалар менән дуҫ бул­һын өсөн ойошторолғайны. Балаларға ныҡ оҡшаны. Бик ҡәнәғәт булып, шатланышып өйҙәренә таралышты улар.

Әлфиә КҮҪӘПҠОЛОВА.

Өфө ҡалаһы, 41-се мәктәп.
Читайте нас: