+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Китапхана эше йәнле
12 Марта 2021, 05:26

Александр Матросовҡа арналды

Байғусҡар ауылы китапханаһында "Уның батырлығы үлемһеҙ" исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Ул Советтар Союзы Геройы, башҡорт халҡының бөйөк улы Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа арналды.

Балаларға 1943 йылдың 27 фев­ра­лендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡап­лап, һәләк булған батырыбыҙҙың тормош юлы, урыҫ фамилияһы менән энциклопедияға инһә лә, уның баш­ҡорт егете Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов булыуы хаҡында һөйләнем. Уҡыусылар китапханалағы «Батыр даны мәңгелек» күргәҙмәһендә урын алған китаптар менән дә танышты.

Батырлыҡ сәғәтендә ҡыҙҙар һәм малайҙар Александр Матросовҡа арнап шиғырҙар һөйләне, үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән бүлеште. Балаларға билдәле яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүеф Насировтың «Ҡайҙан һин, Матросов?» исемле китабы тураһында һөйләнек, уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырҙыҡ.

Резеда ҠОЛСОНБАЕВА, китапханасы.

Хәйбулла районы.
Читайте нас