+8 °С
Облачно
VKOKTelegram
Китапхана эше йәнле
19 Марта 2021, 05:37

"Шиғриәт сәғәте"ндә

Билдәле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Ҡашҡа мәктәбенең III синыфында «Шиғриәт сәғәте» үтте.

Балалар өсөн «Илем, ерем, халҡым» исемле китап күргәҙмәһе лә ҡуйылғайны. Китапханасы шағирҙың ҡыҫҡаса тормош юлы менән таныштырғандан һуң уның ижад юлына байҡау яһаны.

Файыҡ Мөхәмәтйәнов – тиҫтәләрсә очерк, балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙылған 12 шиғыр китабы авторы. Ҡыҙҙар, малайҙар китапханала булған йыйынтыҡтар менән танышты. Улар шулай уҡ 1996 йылда сыҡҡан «Тәмле бутҡа» китабынан төрлө шиғырҙар уҡыны. Рәссам Гүзәл Новикова төшөргән һүрәттәр ҙә балаларға бик оҡшаны.

Гөлфиә САБИРОВА, өлкән китапханасы.

Асҡын районы,

Ҡашҡа моделле китапханаһы.
Читайте нас