Ысынлап та, бай ижадында күңел торошоноң һәр мәле сағылыш тапҡан.
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең китап аҙналығында беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн реабилитация үҙәгендә шағирҙың «Тылсымлы шар» китабы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, балаларға уйын рәүешендә уның ижады хаҡында һөйләне. Был китаптан шиғырҙар ҙа уҡынылар. Әҙер өлгөләрҙә Сафуан Әлибаевтың әҫәрҙәре буйынса тәбиғәт тураһында күләмле аппликациянан ҙур картина ла эшләнеләр.
Лена ЗАКИРОВА, 40-сы моделле
балалар китапханаһы мөдире.