+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Китапхана эше йәнле
1 Апреля 2021, 19:15

Андерсенға арнаныҡ

Аҙналыҡтың бер көнөндә беҙҙә Ханс Кристиан Андерсенға арналған уйын иртәлеге үткәрелде.

Ул бит бөтә донъяла бөйөк әкиәтсе булараҡ дан ҡаҙанған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар был көндө сағыу, ҡабатланмаҫ әкиәт геройҙары йәшәгән ғәжәйеп илгә юлланды. Улар бәләкәй саҡтан яҙыусының күп әҫәрҙәрен белә, ҡайһы берҙәре менән иртәлектә таныштылар.

Был көндө балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашты. Команда ярыштарында дуҫлыҡ еңде. Бөтә китап уҡыусылар ҙа бүләктәр алып ҡыуанды.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас