Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, «Культура.РФ» Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы һәм традициялары порталы үткәргән проектҡа Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһы ла ҡушыла. Улар китап һөйөүселәргә һәм ҡунаҡтарға алты сәғәтлек онлайн-марафон форматында ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Әйткәндәй, «Китап ваҡыт ағымында» тигән дөйөм тема буйынса уҙасаҡ. Үткәреү ваҡыты – киске сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем. Онлайн-марафон бер нисә майҙансыҡты үҙ эсенә ала: – «Китап – йондоҙҙарға юл» майҙансығы кешенең йыһанға тәүге тапҡыр осоуына 60 тулыуға арнала, Өфө ҡала планетарийы менән таныштырасаҡ, тәүге космонавт Юрий Гагариндың тормошо һәм уңыштары хаҡында бәйән итәсәк.
– «Сикһеҙ фән» майҙансығы Фән һәм технологиялар йылы уңайынан ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс фәнни тәжрибәләр, фәнни-танып белеү экскурсиялары, виртуаль китап күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итәсәк.
– «Һаулыҡ коктейле» майҙансығы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышлана. Бында сәләмәт туҡланыу, зарядканы дөрөҫ яһау, файҙалы десерттар әҙерләү тураһында һүҙ алып барыласаҡ.
– «Китаптар аша тарихҡа» майҙансығы Башҡорт тарихы йылына арналып, Өфө Кремле тарихына сумырға, Башҡортостандың ете мөғжизәләрен белергә, башҡорттарҙың үҙенсәлектәрен асырға ярҙам итәсәк.
–"Традициялар – тере еп» майҙансығы Бөтә донъя фольклориадаһына арналып, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәте төрлөлөгөн күрһәтәсәк.
– «Әҙәби бит» майҙансығында шағир, журналист, федераль премиялар һәм әҙәби конкурстар лауреаты Илья Боровский ижадын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ күләгәләр театры һәм Өфө бардтарының сығыштары көтөлә.