+29 °С
Облачно
VKOKTelegram

Хәтер дәресе хәтерҙә ҡалыр

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына Енғалыш ауыл китапханаһында башланғыс синыф уҡыусылары менән хәтер дәресе үткәрелде. Унда уҡытыусы Ғәлиә Мөхәмәт ҡыҙы Андреева һәм мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан башҡорт теле уҡытыусыһы Фәниә Шәғәле ҡыҙы Шаһыбалова ла ҡатнашты.

– 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ир-егеттәр фронтҡа китеп бөткәс, ауылдағы бөтә эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төшә.

Һеҙҙең һымаҡ йәштәге ҡыҙҙар, малайҙар колхозда үгеҙ менән ер һөрөү, тырматыу, ҡул менән сәсеү, утау, башаҡ йыйыу, бесән әҙерләү кеүек эштәрҙең береһенән дә ҡалмай йөрөй. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы һәм Яҙыусылар берлеге ағзаһы Зөһрә Ҡотлогилдина һуғыш осоро балаларының тормошо хаҡында өс китап яҙған. Бөгөн хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Шәғәле ҡыҙы беҙгә ҡунаҡҡа килде, ул әҙибә һәм журналист менән яҡындан таныш, – тип артабан һүҙҙе уға бирҙек.

– Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Бөйөк Еңеүҙең 65, 70 һәм 75 йыллыҡтарына «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары һөйләй» тигән китаптар сығарҙы. Унда беҙҙең Шишмә районының төрлө ауылдарынан 39 тыл ветераны һәм һуғыш балаларының хәтирәләрен яҙып алған. Шишмә китапханаһында, Әри, Ҡара Яҡуп, Келәш ауылдарында ветерандар менән осрашыуҙарҙа була, өлкәндәргә үҙенең китаптарын бүләк итә.

Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Бикәй ауылынан һеҙҙең һымаҡ 9 йәшлек Сәйфулла Әхмәҙиев исемле малай көнө-төнө йылҡы малын көтә. Шул аттарҙың ҡанынан һәм лимфаһынан фронт ныҡ мохтажлыҡ кисергән дарыу өсөн сыворотка алалар. Һуғыш ваҡытында инс­титут эвакуация менән Шишмә районына күсеп килгән була. Шул инс­титут белгестәре аттарҙан әлеге сыворотканы ала. Сәйфулла атаһы менән аҙнаға ике тапҡыр уларҙы Өфөгә алып барып йөрөй, – тип байтаҡ хәтирәләр менән уртаҡлашты ул.

Әҙибә менән күптән шәхсән таныш булып, әле лә аралашып йәшәйҙәр. Зөһрә Ҡотлогилдина «Йәншишмә» гәзитендә эшләгән саҡта Фәниә Шәғәле ҡыҙы беҙҙең Енғалыш мәктәбе менән әү­ҙем бәйләнеш булдырып, уҡыусылар тормошо хаҡында мәҡәләләр баҫтырып торҙо.

Осрашыуға әҙибәнең китаптарынан күргәҙмә ойошторолдо. Уҡыусылар уларҙы ҡарап, үҙҙәренең ҡартатай, ҡартөләсәйҙәренең бала саҡтары хаҡында уйланып ултырҙы. Бер һыныҡ икмәккә тилмереп, серек картуф ашап, аяҡтарына сабата кейеп йөрөгән йәштәштәрен, моғайын, күҙ алдына килтергәндәрҙер.

Хәтер дәресе балаларҙың хәтерендә онотолмаҫ эҙ ҡалдырыр, тип ышанабыҙ.

Лилиә ДЕМЕНТЬЕВА,

китапханасы.

Шишмә районы, Енғалыш ауылы.
Читайте нас