Китапханасы балаларҙы яҙыусы-фронтовик Анатолий Митяев менән таныштырҙы, фронт йылдарының героик биттәре хаҡында һөйләне, Бөйөк Еңеү тураһында презентация күрһәтте. Ул әҙиптең «Ер өй» исемле хикәйәһен ҡысҡырып уҡыны. Ҡыҙҙар, малайҙар бик ҡыҙыҡһынып тыңлап, һуғыш йылдарында ҡаты һыуыҡтарҙа һалдаттарҙың нисек һуғышҡанын белде. Был ҡыҙыҡлы кисәбеҙ хикәйә өҫтөндә эш, фекер алышыу менән тамамланды.