Ул Бөтә донъя фольклориадаһы башланыуға 50 көндө кирегә иҫәпләүгә арналды. Был сара барыһын да берләштереүсе майҙансыҡҡа әүерелде. Форумға Волга буйы федераль округы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән мәҙәниәт министрҙары, филармониялар, халыҡ ижады үҙәктәре директорҙары килгәйне. Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан билдәле спикерҙар ҙа ҡатнашты.
Әлеге форум уңайынан беҙҙең китапханала ла «Яратам һине, Башҡортостан!», «Мәҙәни Башҡортостан», «Фольклориада – 2021» тигән күргәҙмәләр ҡуйылды. Бында китап уҡыусылар республикабыҙҙың әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәтенә арналған китаптар менән танышты.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы.