+13 °С
Облачно
VKOKTelegram

Салауат Юлаевҡа арнап

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа арнап 30-сы моделле балалар китапханаһында әҙәби сара үткәрҙек.

Ул йыл да уҙғарыла торған «Йәй һәм китап» бәйгеһенә ярашлы ойошторолдо. Ҡунаҡҡа 75-се мәктәптең йәйге лагерында ял итеүселәр килгән ине.

Әңгәмә барышында балалар Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижады тураһында күп мәғлүмәт алды. Шағирҙың «Уралым», «Егеткә», «Уҡ» шиғырҙарын иҫкә төшөрҙөләр. Алып барыусы уның ижад емештәре патриотик хистәр менән һуғарыл­ған булыуын уҡыу­сыларға ет­кер­ҙе. Балалар батырҙың ялҡынлы телмәре, сәсән теле менән иҙелгән, йәберләнгән халҡын яҡлап, ер-һыу, азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелгәнен белде.

Осрашыу барышында ҡыҙҙар, малайҙар Салауат Юлаев тураһында видео ҡараны, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.

Зәйтүнә ХАЖИЕВА,

китапханасы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас