

Унда Ульяна Калединаның авторлыҡ ижады сағылдырыла. Рәссам Башҡортостандың тәбиғәтен, иҫтәлекле урындарын һүрәтләй. «Мин тыуған төбәгемде, республикамды яратам, шуға ла уның тарихи урындарын, гүзәл тәбиғәтен һүрәтләйем», – ти автор.
Ульяна Каледина Өфө районының Князев ауылында тыуған. 2005 йылда – художество-сәнғәт колледжын, ә 2011 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай.
Был күргәҙмә – рәссамдың акварель ысулында башҡарылған авторлыҡ эше. Уны ижад тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан, оҫталыҡҡа өйрәткән уҡытыусыһы Альберт Ҡоҙаяровҡа арнаған.
Күргәҙмәне ҡарарға 131-се мәктәптең уҡыусылары килде. Уларҙы китапхана мөдире Любовь Оснач ҡаршы алып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм Ульяна Калединаның ижад юлы тураһында һөйләне. Уҡыусылар һүрәттәрҙе һоҡланып, иғтибар менән ҡараны.
«Альберт Ҡоҙаяровҡа рәхмәтлебеҙ» исемле күргәҙмәне беҙҙең китапханала 25 июлгә тиклем килеп күрергә була. Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
Ульяна Каледина әйтеүенсә, был уның ижади эшенең башы ғына, күргәҙмә тағы ла тулыландырыласаҡ һәм ул һуңынан Гвардия урамындағы бизнес үҙәгендә ҡуйыласаҡ.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
47-се моделле балалар китапханаһы.