

Был исемдәр күптәрегеҙгә яҡшы таныш. Уларҙың әҫәрҙәрен бик яратып уҡыйбыҙ.
Ошо көндәрҙә француз яҙыусыларының китап геройҙарына арнап әҙәби уйын кисәһе лә үткәрҙек. 48-се балалар китапханаһында уҙған сара Бөтә донъя фольклориадаһы һәм «Йәй һәм китап – 2021» конкурсы уңайынан ойошторолдо. Йәш китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ өсөн «Француз классикаһы биттәренән» күргәҙмә-викторинаһы, әҙәби мозаика ла әҙерләнгәйне.
Римма ГӘРӘЕВА.
Өфө ҡалаһы.