

Унда «Миңлеғәле Шайморатов» йәштәр клубы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Миңлеғәле Минһажетдин улы Бөйөк Ватан һуғышында үҙен оҫта һәм ҡыйыу командир итеп күрһәтә. Ул ойошторған 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы фронтта данлы хәрби юл үтеп, Бөйөк Еңеүҙе Германияла ҡаршылай.
Сара барышында китапханасы ошо дивизия һәм уның командиры – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хаҡында һөйләне. Башҡорт халҡының батыр улына арналған китап менән дә таныштырҙыҡ. Алып барыусы билдәләүенсә, генерал-майорҙың биографияһы йылдан-йыл яңы мәғлүмәттәр менән тулылана бара икән, барыһында ла ул Тыуған илен яратҡан ҡурҡыу белмәҫ кеше булараҡ һынландырыла.
Римма ИРДИГИТОВА.
Өфө ҡалаһы.