+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Китапхана эше йәнле
17 Сентября 2021, 06:15

Ҡыҙыҡлы күргәҙмә

Китапханабыҙҙа «Китаптар – белемгә юл» тигән күргәҙмә ойошторҙоҡ.

Ҡыҙыҡлы күргәҙмәҠыҙыҡлы күргәҙмә
Ҡыҙыҡлы күргәҙмә

Балалар уның янында мәктәп кәрәк-яраҡтары тарихы менән танышып, ҡәләм ҡай­ҙан килеп сыҡҡанын, мәктәп таҡтаһы кем тарафынан уйлап табылғанын, нисә быуын уҡыу­сыһы өсөн ҡыңғырау шылтырауын белде. Күргәҙмә беренсе синыф уҡыу­сылары өсөн генә түгел, буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы.

Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ

Беренсе республика уҡыу көнөнән беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Китап уҡыусыларыбыҙ «Өҙөмтәне уҡы» онлайн-флешмобында, «Тылсымлы китаптар донъяһы» ҡысҡырып уҡыу онлайн-марафонында, «Китап һәм мин» чел­ленджында ҡатнашты. Был уҡыу көнөндә Башҡортостан, Рәсәй, сит илдәрҙәге авторҙарҙың да әҫәр­ҙәре яңғыраны.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА,
38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Ҡыҙыҡлы күргәҙмә
Ҡыҙыҡлы күргәҙмә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас