+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Китапхана эше йәнле
25 Сентября 2021, 10:40

Ҡыҙыҡлы осрашыу

Башҡортостанда I республика Уҡыу көнө үткәрелде.

Ҡыҙыҡлы осрашыуҠыҙыҡлы осрашыу
Ҡыҙыҡлы осрашыу

Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған был сара быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылы айҡанлы «Уҡы! Ижад, фән һәм белем донъяһына юлдар ас!» девизы менән уҙҙы.
Был көндө беҙҙең район китапханаһында Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы уҡыусылары менән берлектә Әбйәлил ерлегендә йәшәп ижад итеүсе әҙиптәр менән осрашыу кисәһе ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар китапханасылар ярҙамында китаптар донъяһына сәйәхәт яһап ҡына ҡалманы, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡа күренекле башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре хаҡында фекер алышып, әҙәбиәт ғилеме буйынса ла үҙҙәренең белем кимәлдәрен күрһәтә алды. Был йәһәттән VIII «Д» синыфы уҡыусылары Зарина Фәтхуллина, Вадим Ырыҫбаев, Сулпан Мөртәйләкова һәм Луиза Мөхәмәтйәроваларҙың яуаптары айырылып торҙо. Райондың «Йәйғор» ойошмаһы ағзалары Фәнүзә Биктимерова һәм Иҙрис Ноғоманов уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡороп, үҙҙәренең ижады менән дә таныштырҙы. Туғыҙ китап авторы Иҙрис Мөҙәрис улы балаларҙы белем алырға, әҙәби әҫәрҙәр уҡырға өндәһә, кескәйҙәр өсөн бер нисә китап сығарған Фәнүзә Зиннур ҡыҙы иһә әҙәбиәттең кеше тормошондағы роле, тәрбиәүи әһәмиәте ха­ҡында һөйләне.
Төрлө әҫәрҙәрҙең авторҙарын билдәләү буйынса бәйге лә үткәйне. Унда VIII «Д» си­ныфы уҡыусыларына етеүселәр булманы. Улар башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәте буйынса үҙҙәренең төплө белемгә эйә булыуҙарын күрһәтһә, башҡа ҡатнашыу­сылар иһә теге йәки был образдың ҡайһы әҫәрҙән алын­ғанлығын аныҡ билдәләй алды.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас