

Китапханасылар ҡыҙҙар һәм малайҙарға Әсә көнөнөң тарихын һөйләне, әсәйҙәр хаҡында шиғырҙар уҡыны. Унан һуң бергәләп ҡағыҙҙан байрам гөлләмәһе яһарға өйрәнделәр. Барыһы ла бик тырышты, эштәре лә күҙҙең яуын алырлыҡ матур булды.
Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
22-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.