

«Диаскоп» тигән һүҙ улар өсөн бер ни белдермәй. Плёнкалағы кадрҙарҙы ҡарау өсөн ҡоролма тип аңлатырға тура килә. «Диапозитив» тигәнде лә белмәйҙәр. Уны «слайд» һүҙенә алыштырып әйтһәң, шунда уҡ күҙ алдарына килеп баҫа. Бәләкәй саҡта диафильмды нисек ҡарауыбыҙ хаҡында һөйләгәнде башланғыс синыф уҡыусылары иҫтәре китеп тыңлай.
Беҙҙең 17-се китапхананың музейында әкиәттәр, яҙыусылар биографиялары, Ленин һәм революция, музейҙар һәм картина галереялары, сәйәхәттәр һәм асыштар, уйлап табыу тарихы кеүек төрлө темаларға диафильмдар бар. Уларҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Баҡһаң, был боронғо әйберҙәр менән балаларҙы ғәжәпкә ҡалдырып була икән.
Наталья ПРОКОФЬЕВА.
Өфө ҡалаһы, 17-се балалар китапханаһы.